581540266923

рустам газизов

Добавил видео
ИПОТЕКА Ипотека һаҙлығына Батып бараһың, илем! Ипотека түләйем, тип, Ир - ат "һындыра " билен. Ҡалаларҙа халыҡ арта, Ауылдар яйлап бөтә. Себерҙәрҙә йөрөп, ирҙәр Айҙар, йылдары үтә. Ҡыҙҙар хәҙер көйәҙләнде, Ҡала тормошо тарта; Ауылдар, ғәфү итегеҙ, Буш торған өйҙәр арта. Мал - тыуарҙар бөтөр микән, Килендәр һыйыр һаумай, Ҡалаларҙан фатир юллай, Бер - береһенән ҡалмай. Лавкаларҙың һөтөн эсеп, Үҫеп килә балалар, Яңы йылы һөт, ҡаймаҡтар Иҫтә генә ҡалалыр. Ярай, әле ололар бар, Ауылды тотоп килгән, Ғүмер сикле, улар китһә, Алдағыһын кем белгән?! ... Ауыл бөтә, тип ҡайғырам, Мин - олоғайған килен. Ипотека һаҙлығынан Сығырһың микән, илем! Флүрә Маликова
Показать ещё