ТӘҺӘРӘТ
“Мин намаҙ уҡымайым, сөнки ауылда тәһәрәт алыуы уңайһыҙ, бигерәк тә ҡыш көнө”, - ти мәжлестәрҙә Ҡөрьән сурәләре уҡып йөрөгән бер ҡатын. Бындай уйҙар ғилем түбәнлеген аңлата. Тәһәрәттең бөтә төп ҡағиҙәләре дәреслектәрҙә һәм намаҙ китаптарында бар, шуға күрә уларҙы бында килтермәйем. Һәр закондың бәләкәйерәк ҡанундары булған кеүек, бында ла ташламалар бар. Уларға (Шәриғәт нормаларына) дин әһелдәре кешеләр йәшәгән континенттарында климат шарттарына яраҡлаштырып үҙгәрештәр индергәндәр (ал-иджтихад). Ошо мәсьәләлә иң кәрәктәрен һеҙгә белдерәм:
- Кесе ярауҙан һуң һыу булмаһа, йә һыу ҡулланмаҫҡа берәй сәбәп булһа (мәҫәлән, һыу артыҡ һалҡын) бәүелдән таҙарыныу өсөн бәҙрәф ҡағыҙы, салфетка (хәҙер дымлыһы ла бар), ҡулъяулыҡ һәм башҡа шундай нәмә ҡулланырға мөмкин. Оло хәжәттән һуң да тәндең нәжес тейгән урынын һыу менән йыуырға кәрәк. Бының өсөн иң тәүҙә бәҙрәф ҡағыҙы кеүек берәй нәмә менән ҡулланалар. Әгәр һыу булмаһа, бәҙрәф тышта (ҡыш көндәре) булһа, ҡағыҙ менән таҙа итеп һөртөү ҙә етә.
- Сир менән бәйле булған бүлендектәр (бәүелде тота алмау, һәр ваҡыт арттан газ сығып ауырыу, даими рәүештә ҡан ағып тороу һәм башҡа шуның кеүек нәмәләр) булған осраҡтарҙа кешегә һәр намаҙы алдынан тәһәрәт алырға кәрәк булыр (һәр намаҙ, тимәк, өйлә икән - өс мәртәбә тәһәрәт алырға тура килә). Әммә намаҙын уҡып бөтөргәнсе уның тәһәрәте боҙолмаған булып һаналыр, намаҙ ваҡытында бүлендектәр сыҡһа ла.
- Мөхәммәд (с.ғ.в.) сөннәте буйынса, тәһәрәт алғанда аяҡтарҙы йыуыу урынына ойоҡбаштарҙың йәки аяҡ кейеменең өҫкө өлөшөн мәсехләү (һыулы ҡул менән һыпырыу) рөхсәт ителә. Бының шарттары:
а) ул аяҡ кейеме тәһәрәтле саҡта кейелгән булырға тейеш. Мәҫәлән, иртән аяҡтарҙы тәһәрәткә ниәтләп йыуғандан һуң кейенһәң, шул тәһәрәт бер тәүлеккә, ә юлсыға өс тәүлеккә етә;
б) ойоҡбаштар йоҡа булмаҫҡа тейеш (һыу аяҡтарға беленмәҫлек булһын);
в) ойоҡбаштар бер нисә ҡат булһа, мәсех иң тышҡы ҡатына ғына эшләнелә;
г) мәсехләгәндә аяҡ кейеменең йәки ойоҡбаштың өҫкө өлөшөн һыуға сылатылған өс бармаҡ (һуҡ, урта һәм сығанаҡ) менән бер мәртәбә һыпыралар, аяҡ осонан алып өҫкә ҡарай;
д) ғөсөл боҙолһа (уның үҙ ҡағиҙәләре) - мәсехләү ярамай.
Ойоҡбаштарҙы йә аяҡ кейемен мәсехләү - ул Шәриғәт тарафынан рөхсәт ителгән еңеллек (мәҫәлән, һыуыҡ булғанда, ашыҡҡанда, аяҡ кейемен сисеүе мәшәҡәтле булғанда һәм башҡа шундай осраҡтарҙа).
Тәйәммүм - тағы ла бер еңеллек. Ул беҙҙең яҡтарҙа ялан, урман эштәрендә, төҙөлөштә, юлда булғанда һ.б. шундай ваҡыттарҙа ҡулланылыуы мөмкин була тип уйлайым. Тәйәммүм - таҙа ер (тупраҡ, ҡом, туҙан һ.б.) менән битте һәм ҡулдарҙы һыпырыу. Һыу булмағанда, йәки һыу булып та, уны ҡулланыу мөмкин булмағанда (мәҫәлән, бик һалҡын булып, ауырып китеү ихтималы булғанда, эсер өсөн һыу аҙ ҡалғанда, һыу янына барыу ҡурҡыныс булғанда), йә иһә тәндә йәрәхәт булып, һыу тейҙерергә ярамағанда тәйәммүм һуғыу рөхсәт ителә. Тағы ла уның үҙ ҡағиҙәләре бар (дәреслектәрҙән ҡарағыҙ).
Әгәр кешенең тәһәрәт алырға ла, хатта тәйәммүм һуғарға ла мөмкинлеге юҡ икән, ул кеше шул хәлдә лә намаҙын ҡалдырмаҫҡа тейеш. Тырышып та һис бер сара таба алмаһа, шул көйөнсә (тәһәрәтһеҙ) уҡылған намаҙҙы ла Аллаһы Тәғәлә ҡабул итер, иншаллаһ, Аллаһы Тәғәлә кеше өҫтөнә көс етмәҫлек эш йөкләмәй. Мәҫәлән, бик ауыр хәлдә ятыусы сирле кешенең тәһәрәт алдырырға йә тәйәммүм ҡылдырырға ярҙамсыһы булмаһа, туҙаны һис булмаған автобус йә самолет эсендә тәһәрәт һәм тәйәммүм алыу мөмкинселеге булмаһа һәм башҡа шундай осраҡтарҙа.
Шулай уҡ, әгәр кейемгә нәжес тейһә, һәм уны йыуырға йә иһә алыштырырға һис мөмкинлеге булмаһа, намаҙҙы шул бысраҡ кейемдә лә уҡырға мөмкин.
Шулай итеп, намаҙ уҡыйым тигән кешегә барыһы ла еңелләштерелгән, сәбәптәр эҙләргә урын юҡ.
НАМАҘ
“Намаҙҙы ваҡытында уҡырға кәрәк” тип, ҡайһы берәүҙәр календарҙа яҙылған конкрет ваҡыттарҙа уҡырға тырышалар. Шул ваҡытта уҡымаһаң - гонаһ,тиҙәр (бәлки шуға ла кеше намаҙҙан ҡурҡалыр барыбер гонаһ, тип). Ул бит мәсеттә йәмәғәт менән уҡыу өсөн билдәләнгән сәғәттәр, ә өйҙә уҡығанда , төп ҡағиҙәнән сыҡмай, дәреҫлеклектәрҙә ҡаралған ваҡыттарҙа уҡырға була.
Намаҙ ваҡыттарын үҙемсә еңелләтеп килтерәм:
1. Иртәнге - таң яҡтылығы беленгәндән алып ҡояш сыға башлағансы, йәки яҡынса ҡояш сыҡҡансы 1,5 сәғәт эсендә ( сәғәт ярым буйы!). Берәй сәбәп менән (мәҫәлән, йоҡлап ҡалыу) намаҙ ҡалһа, өйлә намаҙына 20 минут ҡалғансыға саҡлы уҡырға була. Унан да һуң булһа, ҡазаға ҡала, уны (ҡаҙаны) икенде намаҙына саҡлы уҡырға була, ул да булмаһа, йәстү намаҙына саҡлы. Иртәнге намаҙҙың һәр ваҡыт фарызы ла, сөннәте лә уҡыла (ҡазаға ҡалғанда ла).
2. Өйлә - календарҙа күрһәтелгән сәғәттән алып икенде намаҙына саҡлы.
3. Икенде - Аҡшам намаҙына ике сәғәт ҡалғас (йәйҙең оҙон көндәрендә - өс сәғәт алдан уҡырға ла ярай) башлап, аҡшам намаҙына тиклем.
4. Аҡшам - ҡояш тулыһынса байыған мәлдән алып шәфәҡ яҡтылығы тулыһынса һүрелгәнгә тиклем, ул араны яҡынса 1,5 сәғәт тип ҡуялар, тимәк аҡшамды йәстү намаҙына саҡлы уҡырға була.
5. Йәстү - шәфәҡ яҡтылығы бөткән ваҡыттан алып иртәнге намаҙға тиклем.
Оло кешеләргә йәстү намаҙын ныҡлап ҡараңғы төшкәс тә уҡырға ярай, аҡшамдан һуң бер 30-40 минут үткәс. Сөнки улар тиҙ арый, иртәрәк яталар.
Ошо ваҡыттарҙа төрлө сәбәптәр менән намаҙҙар уҡылмай ҡалһа, мөмкин ваҡытта ҡаза итеп уҡырға була. Ҡазада фарыз намаҙҙар ғына уҡыла (иртәнгенән башҡаһы). Тик намаҙ уҡылмай торған өс ваҡыт бар:
1. Ҡояш сыҡҡас 48 минут (икенсе сығанаҡта - 32 мин.);
2. Ҡояш офоҡта булғанда, йәки өйлә намаҙынан 15-20 минут алдан;
3. Икенденән һуң ҡояш байығансы (аҡшамға саҡлы). Икенде намаҙынан башҡа бер ниндәй намаҙ уҡыу ҙа ярамай, хатта йыназа намаҙы. Ҡөрьән уҡырға мөмкин.
Тимәк, ”Мин эшләйем, намаҙ уҡырға ваҡытым юҡ”, тиерлек түгел. Эшләгән саҡта фарыздарҙы ғына уҡып торһаң да булыр, ваҡыт барҙа сөннәттәрен дә уҡырһың. Бер ҙә булмаһа - төн буйы ҡаҙа итеп уҡырға була. Аллаһ Тәғәлә беҙгә динде еңел тотор өсөн барыһын да “уйлап” ҡуйған.
Шуны ла ҡушып ҡуям: сәләм биргәс, намаз бөттө . Ә беҙҙең аҙаҡ аят уҡып дисбе тартыу намаҙҙың иҫәбенә кермәй. Кем теләй һәм ваҡыты бар -шул уҡый да, әрүәхтәргә һәм үҙенә, балаларына . теләктәр теләй.
Ҡайһы берәүҙәр намаҙ уҡырға аяғым ауырта, бөгөлмәй, ти. Пәйғәмбәребеҙ : “Намаҙҙы баҫып уҡый алмаһаң - ултырып уҡы, ултырып уҡый алмаһаң - ятып уҡы, улай ҙа уҡый алмаһаң - ишәрә итеп уҡы”, тип әйткән.
Был яҙмамды Мәҙинәлә сыҡҡан “Толкование последних трех частей Священного Корана” тигән китапҡа (хажға барғанда алып ҡайтҡан инем) һәм “Ваҡыт “гәзите сығанаҡтарына таянып яҙҙым.
Зәйтүнә Көҫәпова, апрель, 2017
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 25