🤲ЙӘ, РАББЫМ, әлхәмдүлилләһ, тип Һиңә шөкөр ҡылам: ҡараңғы төнөмдө иҫән-имен уҙҙырып, инде был яҡты көнөмә лә бер Һиңә генә тәүәкәллек ҡылып, бер Һинең генә рәхим - шәфҡәттәреңә өмөтләнеп, бер Һинең генә риза-бәхиллегеңде алыу өсөн керәм.🤲
Эй, Раббым, был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде Һинең яратҡан ҡолоң булып, йәннәттәреңә керерлек игелектәр эшләп, дөрөҫ һәм даими, ҡабул булырлыҡ ғибәҙәттәр ҡылып, ныҡлы иман, тыныс күңел менән, һау-сәләмәт уҙҙырырға насип ит!🤲
Эй, ғәзиз Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөмдө һәм ҡалған ғүмеремде сауаплы ғәмәлдәр ҡылып, файҙалы хеҙмәттәр менән, хәйерле хәләл ризыҡтар һәм бәрәкәттәр менән уҙҙырырға насип ит! 🤲
Ҡаты сир-зәхмәттәрҙән, тилмереп кеше ҡулдарына ҡалыуҙан һаҡла, яман сирҙәрҙән, яман һүҙҙәрҙән, яман телдәрҙән, яман күҙҙәрҙән һаҡла! Кәм-хур булып, кеше аяҡ-аҫтына төшөүҙән, насар яҡтан кеше телдәренә кереүҙән һаҡла! 🤲
Эй, Раббым, тотҡонлоҡтан, ҡаты фәҡирлектән, аслыҡтан-яланғаслыҡтан һаҡла, яныу-бешеүҙәрҙән, туңыу - өшөүҙәрҙән һаҡла!🤲
Эй, Раббым Аллаһ! Ғаиләмә именлек бир, балаларыма бәхет-тәүфиҡ бир, туғандарым менән татыулыҡта йәшәргә насип ит! 🤲
Үҙемде, ғаиләмде, балаларымды, нәҫелемде яуыз бәндәләрҙең яуыз ниәттәренән, яуыз ниәт-ғәмәлдәренән, зыян- зәхмәттәренән , мәкер- золомдарынан һаҡла!
Кафырҙарға, әҙәми шайтандарға ирегебеҙҙе сикләргә юл ҡуйма, ваҡыт тарлыҡтарынан, мәшәҡәттәрҙән, наҙанлыҡтан , гонаһтарҙан һаҡла! 🤲
Ҡайҙа ғына барһам да, ни генә эшләһәм дә, фәҡәт Һинең ризалығыңды алырлыҡ ғәмәл-ғибәҙәттәр ҡылырға насип әйлә! 🤲
Эй, Раббым, һуғыштарҙан, көтөлмәгән ҡайғы-хәсрәттәрҙән, төрлө һәләкәт -фәжиғәләрҙән, шифаһы булмаған ауырыуҙарҙан, ауыр һынауҙарҙан Үҙең һаҡла!🤲
Эй,ғәзиз Раббым! Туғандарыма, ғаиләмә дин-ислам юлдарында йәшәргә насип ит, ошо эштә миңә лә сәбәпсе булыу сауаптарын бир! 🤲
Эй, Раббым, Зиннәтле күренгән хәрәм ғәмәлдәрҙән арынырға ярҙам ит! 🤲
Эй, Раббым, беҙгә һәм һәр барса мосолман ҡәрҙәштәребеҙгә иман ныҡлығы бир, Эй, Раббым , барлыҡ мосолмандарға берҙәмлек бир!🤲
Йә, Раббым Аллаһ! Был яҡты көнөм башланғанда ҡылған доғаларымды, теләгән теләктәремде Үҙеңдең киң Рәхмәтең менән ҡабул ит! Әмиин!🤲
Тотҡан ураҙаларыбыҙ , бар теләктәребеҙ ҡабул булһын, әмиин🤲
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев